Баш ҡалала төҙөлөп бөтмәгән йорттан ҡолаған үҫмер үтә ауыр хәлдә Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһына урынлаштырылғайны. Табиптар ҡыҙҙың умыртҡа һөйәге һынып, нервылары һәм арҡа мейеһе ҡыҫылыуын асыҡланы.
Тиҙ арала операция уҙғарылыуы ғына хәлдең киҫкенләшеүенән араланы, ти табиптар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙ осраҡ ҡаланың Киров урамында оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән торлаҡ йортта теркәлде. Әйткәндәй, ул йыл башында медицина университеты студенты Гүзәл Ғәзетдинованың кәүҙәһе табылған бер үк объект. , бәхетһеҙ осраҡ ҡаланың Киров урамында оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән торлаҡ йортта теркәлде. Әйткәндәй, ул йыл башында медицина университеты студенты Гүзәл Ғәзетдинованың кәүҙәһе табылған бер үк объект.
Ҡала үҙәгендә урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа 2009 йылда нигеҙ һалына. Ул теүәл бер йылдан файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Ә балалар төҙөлөп бөтмәгән күп ҡатлы йорт эргәһендә йыш йыйыла. Биләмә кәртәләнмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре күпме генә уларҙы алып сыҡмаһын хәл үҙгәрешһеҙ ҡала.





