Башҡортостандың үҙ Сириусы барлыҡҡа килә

Һәләтле балалар лагеры Өфө районынының "Йондоҙсоҡ" балалар лагерында урынлашасаҡ. Учреждение ошо маҡсатта йыл әйләнәһендәге эшмәкәрлеккә күсә, был бурысты 2020 йылдан тормошҡа ашыра башлау ҡаралған. Әле иһә лагерҙа йәйге ялды ойоштороуға әҙерлек бара.

Фото №1 - Башҡортостандың үҙ Сириусы барлыҡҡа килә

Сағыу мендәр-юрғандар, заманса йыһаз, сағыу, яҡты бүлмәләр. "Йондоҙсоҡ"тоң яңы, күркәм корпустарында балалар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Лагерь һәр бер сменала 500 уҡыусыны ҡабул итергә әҙер. Уларҙы оҙайлы уҡыу йылынан һуң мауыҡтырғыс һәм фәһемле программа ла көтә. Дүрт сменаның һәр береһе айырым темаға арнала. Мәҫәлән, тәүгеһе цивилизация буйынса, йәғни отрядта квест формаһында үҫеш бара.

Икенсе сменала ваҡыт буйлап сәйәхәт, заман технологиялары менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бик мауыҡтырғыс тема, өсөнсө смена Гарри Потер китабын, фильмын яратыусыларға, ул төрлө мажараларға бай буласаҡ, балалар үҙҙәре родәргә лә инәсәк. Ә бына өсөнсө смена дәүерҙәр осрашҡанда тип атала, унда тарихи факторҙар ҙа, заман яңылыҡтары ла урын ала

Наталья Бузмакова, "Йондоҙсоҡ" лагеры директоры

Әле лагерҙа һуңғы әҙерлек эштәре бара, тикшереү органдары хәүефһеҙлек сараларын, шарттарҙы, һыу торошон тикшерә. Белгестәр әйтеүенсә, балалар ғүмеренә ҡурҡыныс янарға тейеш түгел. Сигнализация системаһын, ашхананы тикшереүҙән тыш, биләмәләге һәр ағасҡа тиклем ҡарап сығылған. Ете ҡайынды, серегән ботаҡтарҙы ҡырҡҡандар. Дауыл йә көслө ел мәлендә уларҙың ауыуы ихтимал. Лагерҙа быйылдан онлайн күҙәтеү системаһы ла эшләй, йәғни ата-әсәләр балаларҙың ялы нисек ойошторолоуын компьютер аша күҙәтә ала. Хужалар әйтеүенсә, әҙерлек 99 процент, бәпембәләрҙе сабып, серкәйҙәрҙе ағыуларға ғына ҡалған. Был һуңғы көндәрҙә башҡарыласаҡ эштәр. Корпустарҙа проблема юҡ, улар барыһы ла яңы. Киләсәктә ашхана төҙөү ҡарала.

2020 йылда лагерь йыл әйләнәһенә эшләй башлай. йәйгеһен балаларҙың ялы, һауыҡтырыу ойошторола. Ә сентябрҙән майға тиклем бында һәләтле балалар шөғөлләнәсәк. Йәғни, Башҡортостандың Сочилағы һымаҡ үҙ Сириусы була.

Станислав Саркисян, ял үҙәгенең генераль директоры

Республика буйынса быйыл 3 меңгә яҡын ял-һауыҡтырыу лагеры эшләйәсәк, уларҙың 100-ҙән ашыуы ҡаланан ситтә, меңдән күберәге мәктәп янында, бер өлөш шифахана-профилакторийҙарҙа асыла, палатка формаһындағылары ла бар. Реестрҙы мәғариф министрлығының сайтында табырға мөмкин. Барлығы 400 меңгә яҡын баланың ялын ойоштороу ҡаралған.

Лагерьҙың хәүефһеҙлек яғынан әҙер икәнлеген күрәбеҙ, санитар яҡтан да барыһы ла яҡшы. Кадрҙарҙы тикшереү эше бара.

Рәмзиә Бикҡужина, Башҡортостан мәғариф министрлығының баш белгесе
Башбат

Республика лагерҙарының һәммәһе лә 10 июнгә тиклем балларҙы ҡабул итә башлай. Белгестәр әйтеүенсә йәйге ял мауыҡтырғыс, файҙалы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ