Төбәк аграрийҙары сәсеүҙе ошо аҙна аҙағына тамамларға ниәтләй. Республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары - Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәккә эш сәфәре ваҡытында район хужалыҡтарында эш барышын юғары баһаланы.
Тармаҡ министры хужалыҡтарҙың матди-техник базаһы менән дә ҡыҙыҡһынды. Райондың уңышлы фермерҙарының береһе булған Айрат Шәрәфетдинов һуңғы йылдарҙа хужалыҡ автопаркын тулыһынса яңыртҡан.
Бөгөн баҫыу эштәренә 6 агрегат йәлеп ителгән. Хужалыҡта эшләгән 15 механизатор ятаҡтан урын, бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән.
Райондың "Күлтабан" комплексында ла эштәр ырамлы бара. Хужалыҡта сифатлы орлоҡ, техника төҙөклөгө тураһында ваҡытында хәстәрлек күрелгән.





