Ҡаланың Октябрь районы хоҡуҡ һағында тороусылары янғын күҙәтеүе дәүләт инспекторҙары менән берлектә апрель башындағы тикшереү барышында бинала янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәүен асыҡлай. Бер ай алдан иҫкәртеүҙәр әйтелһә лә, сауҙа комплексында етешһеҙлектәр әле лә бер көйө ҡалған.
Сауҙа комплексына килеп инеү менән белгестәр аҙым һайын етешһеҙлектәрҙе асыҡлай башланы. Былай ҙа тар коридорға манекендар, кейемдәр сығарып ҡуйылған. Янғын сыға ҡалһа, улар эвакуация юлын ҡаплауы көн кеүек асыҡ.
Янғын күҙәтеүе дәүләт инспекторҙары икенсе ҡатта ла тиҫтәләп етешһеҙлек тапты. Бер ишек бикле булһа, икенсеһе арбалар, йәшниктәр менән ҡапланған. Комплекста шулай уҡ янғын сигнализациялары, ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү системаһы бөтөнләй эшләмәй. Октябрь районы прокуратураһы тикшереү барышында ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Әммә вәғәҙәләр буш һүҙ булып ҡалған.
Әлегә хәлдең асыҡ ҡалыуы сауҙа комплексы етәкселегенә ҡул ҡаушырып, артабан шул килеш эшләүҙе аңлатмай. Тап иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмау күңелһеҙ, аяныслы, хатта фажиғәле тамамланыуы ихтимал.
Әйе, етешһеҙлектәр бар, беҙҙе собственниктар финанслай. Барлыҡ кәрәк-яраҡты һатып алыуға ла күп ваҡыт кәрәк. Тағы ике аҙна бар, ти идарасы компания етәксеһе Андрей Пискунов.
Ике аҙна эсендә етешһеҙлектәр бөтөрөлөрмө? һатып алыусылар ғүмере һаман да хәүеф аҫтында ҡалмаҫмы? Район прокуратураһы был хәлде күҙәтеүгә алған. Әйкәндәй, Кемерев өлкәһендәге фажиғәнән һуң, ҡала буйлап планһыҙ тикшереүҙәр дауам итә. Ҡайһы бер сауҙа-күңел асыу урындары ремонтҡа ябылған.





