Республикала сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған саралар башланды. Бөгөн Өфөнөң 37-се мәктәбендә бер быуатлыҡ юбилей уңайынан үҙенсәлекле музей асылды.
Байрам уңайынан белем усағы алдындағы майҙанда байрам тантанаһы үтте. Сараға төрлө йылдарҙа сик буйында хеҙмәт иткән ветерандар саҡырылды. Улар үҙ сығыштарында нисәмә быуындан аманат итеп ҡалдырылған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлауҙарын, биргән анттарына һәр саҡ тоғро булыуҙарын һөйләне. Ошонда уҡ килгән ҡунаҡтарға юбилей миҙалдары тапшырылды. Улар махсус рәүештә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнап сығарылған.
Музейға килеүселәрҙе Советтар Союзы Геройҙары Василий Утин менән Вениамин Недошивиндарҙың фотоһүрәттәре ҡаршылай. Улар күрһәткән батырлыҡ үҫеп килгән йәш быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү, тыуған илгә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бай экспонаттар араһында төрлө йылдарҙа тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәүселәрҙең шәхси әйберҙәре, сик буйы атрибуттары һәм фәһемле китаптар урын алған.





