Рәсәй сик хеҙмәтенең 100 йыллығына - стела

Мәләүездә ил һаҡсыларына арналған стела асылды. Хәрби-патриотик сарала төрлө йылдарҙа Рәсәй ил сиген һаҡлаусылар, хәрби етәкселәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Фото №1 - Рәсәй сик хеҙмәтенең 100 йыллығына - стела

"Дан" паркында асылған аллея ил сиген һаҡлаусыларға хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Иҫтәлекле таҡтаташ тантаналы шарттарҙа асылды. Сарала ҡатнашыусы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сик ғәскәрҙәре иңенә илебеҙ именлеге һәм бөтөнлөгөн һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, тип билдәләне.

Мәләүездәге стела күмәк көс менән төҙөлгән. Район хакимиәте, шәхси эшҡыуарҙар, ябай кешеләр һәм сик һаҡсылары үҙҙәре лә был төҙөлөшкә ҙур өлөш индергән. Сик бағанаһы иһә ВНЗМ эре сәнәғәт предприятиеһы сығымдарына төҙөлгән. "Сик" ил сиген һаҡлаусыларҙың ветерандар йәмәғәт ойошмаһы етәкселеге белдереүенсә, стелаға 200 мең һумдан ашыу аҡсаға төҙөлгән.

Ҡасандыр ил сиген һаҡлаған хәрби ветерандарыбыҙ, ҡала халҡы стеланы төҙөүгә хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Сергей Ямщиков, "Сик" ил сиген һаҡлаусыларҙың ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары

Ил һаҡсыларына стеланың сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллығы билдәләнгән көндәрҙә асылыуы ла оло мәртәбә. Тантанала Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары , Әлшәй районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Иң тәүге бәрелеш ил сиге һаҡсылары иңдәренә төшә. Донъялағы иң ҙур сик -Рәсәй сиге, ул 18 ил менән сиктәш. Төрлө осорҙа илебеҙ сиген һаҡлаусылар тыныс тормошта ла юғалып ҡалмаған.

Тантаналы митингта төрлө быуын сик һаҡсыларына миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡаланың кадеттары һәм һәүәҫкәр артистары сараға байрам кәйефе өҫтәне. Сик бағанаһынан тыш Мәләүездең "Дан" паркында диңгеҙселәр, десантсылар, танкистар ҙа үҙ стелаһын булдырасаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ