Яуҙа башын һалған яҡташтар иҫкә алынды

Мәскәү ҡалаһының "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Липецк өлкәһе Тербуны районына сәфәр ойошторҙо. Был төбәк 112-се башҡорт атлы дивизияһының тәүге яу яланы.

1942 йылдың июлендә атлылар фашистар менән ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Архив документтарынан күренеүенсә, бер аҙна эсендә генә дивизия 600-ләгән яугирын юғалта.

Әле Тербуны районында туғандар ҡәберлеге бар. Уның янында атлыларға һәйкәл ҡуйылған. Бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән Мәскәү ҡалаһының "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәге тырышлығы менән гипстан яһалған һалдат һынын яңыртыуға ирешелде.

Башҡорт атлылары иҫтәлегенә гранит постаментҡа, бронза һәйкәл ҡуйылды. Липецк ерендә башын һалған 131 яугир яҡташтарыбыҙҙың исеме яҙылған таҡтаташтар алмаштырылды. Әммә әле лә һәйкәл тирәһен төҙөкләндереү, кәртәләрен яңыртыу талап ителә. Мәскәү ҡалаһының "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәге биләмәне төҙәкләндереү бурысын ҡуйған. Ошо маҡсатта әле улар бағыусылар менән һөйләшеүҙәр алып бара.

Сәфәр барышында илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ Тербуныла ойошторолған хәтер митингында ҡатнашты, башҡорт атлыларына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Фашистарға ҡаршы тороп, бер аҙым да артҡа сигенмәй, Шайморатов генералдың: “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй”, тигән оранына таянып, улар ошонда баштарын һалғандар. Был обелискта 300 ашыу һалдаттың исеме бар.

Гөлсинә Батыршина, Мәскәү ҡалаһы "Аҡ тирмә" башҡорт милли мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе