Йыл һайын уҙғарылған "Никола Вешний" фольклор байрамында республика район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән килгән йыр-бейеү коллективтары ҡатнашты.
Ҡул оҫталары үҙҙәренең эштәрен күргәҙмәгә ҡуйған, фестиваль барышында улар балсыҡтан, ағастан һауыт-һабалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарҙы. Православтарҙың мәҙәни сараһында башҡорт, татар, марий милләттәренең аш-һыуы, кейемдәре менән дә танышыу мөмкинлеге булды.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдең йыл һайын географияһы киңәйә, һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡыусылары айырыуса әүҙем ҡатнаша.




