Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Нина Мозерҙың осрашыуында был йүнәлештә республиканың мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Башҡортостанда хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек кеүек спорт төрҙәрен артабан үҫтереү маҡсатында әлеге инфраструктураға баһа биреү өсөн саҡырылған. Республикала барлығы 15 заманса боҙ һарайы иҫәпләнә. Өфөнән тыш улар Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Туймазы һәм Учалы ҡалаларында, айырым район үҙәктәрендә лә бар. Ҡышҡыһын эшләп килеүсе асыҡ һауалағы катоктар ҙа бихисап. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостанда спорт төрҙәрен артабан үҫтереү һөм төрлөләндереү өсөн яҡшы нигеҙ һалынған.
Республиканың боҙ һарайҙары мөмкинлектәрен тулы ҡеүәтенә файҙаланыу һәм уларҙа тәрбиәләнеүселәр һанын арттырыу мәсьәләһе тәүге тапҡыр Башҡортостан башлығының халыҡты ҡабул итеү барышында бер аҙна самыһы элек кенә күтәрелгәйне. Рөстәм Хәмитовҡа "Боҙ спорты төрҙәрен үҫтереү" коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Сергей Трофимец үтенес менән мөрәжәғәт итте. Был аралашыуҙан һуң күп тә үтмәне республикаға абруйлы белгестәр саҡырылды. Уларҙың фекере нигеҙендә артабанғы үҫеш пландары билдәләнәсәк.




