Әле республика вуздары был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә урталыҡта килә. Ә хеҙмәт баҙарына сығарырлыҡ инновацион продукт етәрлек. Уларҙы тик һата белергә кәрәк. Был турала Башҡортостандың ректорҙар советы ултырышында белдерелде.
Әле республиканың юғары уҡыу йорттары эшләп тапҡан аҡса ике миллионға ла етмәй. Шулай ҙа төбәк иҡтисадына терәк булырҙай вуздар бар. Өфө дәүләт нефть техник университетының бәләкәй инновацион предприятиелары килеме ярты миллиардҡа яҡынлашҡан. Башҡорт дәүләт университеты 10 миллион һум тирәһе эшләгән.
Юғары уҡыу йорттары етәкселәре фекеренсә, вуз менән эш биреүселәр араһында хеҙмәттәшлек механизмын камиллаштырыу мөһим. Бынан тыш, бәләкәй инновацион предприятиеларҙы гранттар менән дәртләндереү ҙә был эште йәнләндерер ине. Шулай ҙа республика етәкселеге юғары уҡыу йорттарының иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән төп эшмәкәрлеге юғары әҙерлекле белгестәр әҙерләүҙә булыуын билдәләне.




