Күмертау район-ара судында бөгөн 37 йәшлек ике бала ата-әсәһен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү эше ҡаралды. Төбәктең опека һәм попечителлек органдары тарафынан күп тапҡыр профилактик саралар уҙғарыу һөҙөмтә бирмәгәс балалар 19 апрелдә тартып алынған.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районында барлығы 151 бала опека органдары күҙәтеүендә ҡала.
Татьяна Астафьеваның өс балаһы булған. Кесе ҡыҙы 2015 йылғы, ул былтыр дарыуҙар ашап ағыуланып үлгән. 2004 йылғы өлкән улы эпилепсия менән яфалана. Тағы 2009 йылғы ҡыҙ бар.
Өлкән малай үгәй атаһы Николай Астафьев менән һыйыша алмай, улар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ ҡул күтәреү менән тамамлана.
Күршеләр был парҙың йыш ҡына хәмер менән мауығыуҙарын да билдәләй.




