Өфөлә ҡурсалауға алынған балалар өсөн мәрхәмәтлек сараһы уҙасаҡ

Башҡалала «БЕРГӘ» спорт-һауыҡтырыу һәм ижади байрам уҙасаҡ. Сараны ҡурсалаусы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн ойошторалар. Байрам 26 майҙа уҙа.

Сара «Ситибанк» КБ АЙ-һының мәрхәмәтлек проекты сиктәрендә ойошторола. Йыл һайын банк хеҙмәткәрҙәре балалар йорттарына һәм интернаттарға ярҙам күрһәтә. Был юлы мәрхәмәтлек сараһы балаларҙы ҡурсалауға алған ғаиләләр өсөн уҙа.

Сара сиктәрендә спорт ярыштары, асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы үтәсәк. Шулай уҡ мастер-кластар ойоштороласаҡ. Бүләктәр һәм тәмлекәстәр тапшырыласаҡ. Байрам Комсомол урамы, 79 адресы буйынса сәғәт ун икелә башлана.

Фото: Интернет