Республикала тәүлек эсендә янғында ике ир һәләк була

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта һәм Ҡариҙел районында янғын сыға. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре оҙатыла. Янғын ҡорбандары бар.

Фото №1 - Республикала тәүлек эсендә янғында ике ир һәләк була

Асыҡланыуынса, туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында фатир янып китә. Фатирҙа матрасҡа ут тоҡанған була. Йортта йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килмәй. Тиҙҙән утты һүндерәләр. Хәбәр итеүҙәренсә, янғында бер ир һәләк була. Әле уның шәхесе билдәләнмәгән. 24 майға ҡараған төндә, шулай уҡ, ағас йорт янып китә.

Йортто уттан һүндәргәндән һуң, унда зыян күреүсе табыла. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ