Башҡортостанда 25 майҙа һауа торошоноң боҙолоуо ихтимал

Башҡортостанда йома, 25 май, синоптиктар йәнә һауа торошоноң боҙолоуон күҙаллай. Ел тиҙлеге секундына 22 метрға етәсәк. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Иртәгә төбәктә ел секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫеүе ихтимал. Шулай уҡ, йәшен йәшнәп, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә.

Башҡортостандан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Елдең көсәйгән ваҡытында төҙөлөп бөтмәгән биналар һәм электрсымдары бағаналарынан йырағыраҡ китергә кәңәш итә. Шулай уҡ, Һүндерелмәгән шырпы менән тәмәке төпсөктәрен ташларға ярамай.