Өфөлә «Яҙғы бал» ваҡытында бер нисә урамда хәрәкәт итеү сикләнә

25 майҙа киске сәғәт ундан алып икенсе көндөң киске сәғәт туғыҙға тиклем бер нисә урамда хәрәкәт итеү сикләнәсәк.

Шулай итеп, Октябрь революцияһынан алып Ленин һәм Цюрупа урамдарына тиклем юл ябыласаҡ. Ленин урамынан-Коммунистик һәм Пушкин урамдарына тиклем, Зәки Вәлидиҙән Пушкин урамына тиклем хәрәкәт итеү тыйыласаҡ. Бынан тыш, Пушкин урамынан Цюрупа менән К.Марк урамдары сикләнә. Совет урамы тулыһынса ябыла. Был осорҙа автобустар хәрәкәте лә үҙгәрәсәк.

Водителдәргә маршруттарын алдан уйлап, хәрәкәт итеү кәрәк.