Кесе йома, 24 май, Һуңғы ҡыңғырау байрамын билдәләгән ваҡытта Ауырғазы районының Эске Эштәр бүлеге вәкилдәре мәктәп уҡтыусыһына Эске Эштәр министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, осраҡ апрель айы аҙағында Ауырғазы районының Толбазы ауылында теркәлгәне . Паркта йөрөп ятҡан ҡатынға иҫерек ир һөжүм итә. Ир ҡатынды йырынға ҡолатып, үлем менән янай. Ҡатындың ярҙам һорап ҡысҡырыуына яҡында йөрөгән физкультура уҡытыусыһы Руслан Яҡупов ярҙамға ташлана. Ул һөжүм яһаусы ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. . Паркта йөрөп ятҡан ҡатынға иҫерек ир һөжүм итә. Ир ҡатынды йырынға ҡолатып, үлем менән янай. Ҡатындың ярҙам һорап ҡысҡырыуына яҡында йөрөгән физкультура уҡытыусыһы Руслан Яҡупов ярҙамға ташлана. Ул һөжүм яһаусы ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
Билдәләп үтергә кәрәк, ҡулға алынған ир көсләү буйынса хөкөм ителгән була. Шулай уҡ, ир ВИЧ-инфекция йөрөтөүө асыҡлана.




