Башҡортостанда ҡотороҡ сире сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Башҡортостандың бер ҡалаһында ҡотороҡ сире буйынса карантин иғлан ителде. Тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында 24 майҙа баҫылып сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәл, документҡа ярашлы, 18 майҙан индерелде.

Ғәҙәттән тыш хәл Бөрө ҡалаһының Гагарин, Озерная, Жуков, Столяров урамдары киҫелешендә индерелде. Был осорҙа хайуандар менән сауҙа итергә, күргәҙмәләр ойошторорға, шулай уҡ, урамға эттәрҙе алып сығырға тыйыла. Ҡыр хайуандарын тоторға һәм карантин иғлан ителгән биләмәнән ситкә алып сығырға ярамай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыш көнө бесәй арҡаһында Күгәрсен районында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне.

Фото: Интернет