Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан менән КАМАЗ йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө

Туймазы автобетоновоздар һәм Нефтекама автобустар етештереү заводтары Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына индерелә һәм республиканың сәнәғәтте үҫтереү фондынан маҡсатлы заем бүленәсәк.

Фото №1 - Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан менән КАМАЗ йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө

Документты Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән компания етәксеһе Сергей Когогин ҡултамғалары менән нығытты. Килешеү Камаздың Башҡортостанда урынлашҡан предприятиеларын һөҙөмтәле үҫешен тәьмин итеү буйынса ике яҡлы хеҙмәттәшлекте, шул иҫәптән инвестиция проекттарын ғәмәлгә күҙаллай.

Республика шулай уҡ транспорт комплексын үҫтереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, пассажир һәм йөк транспорты паркын яңыртыу дәүләт программаларына индереү, алмаш өлөштәрҙе етештереүселәр, автомобиль техникаһын һатыу һәм сервис хеҙмәтләндереү үҙәктәрен үҫтереү бурысы ҡуйыла.

Килешеүҙе артабан оҙайтыу мөмкинлеге менән документ 2020 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә була.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ