Сәйәси фирҡәләрҙең күплеге йәмғиәттең әүҙемлеге тураһында һөйләй. Тимәк, халыҡ үҙ иленең киләсәге, социаль-иҡтисади үҫешенә битараф түгел, тине Константин Толкачев партия вәкилдәре менән әңгәмәлә. Рәсми булмаған аралашыу күп кенә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеге бирә. Ә уларҙы халыҡ араһынан сыҡҡан партия вәкилдәренән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр, тине парламент рәйесе.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Башҡортостанда теркәлгән партия вәкилдәре менән йыл һайын осраша һәм унда ҡатнашыусылар ҙа арта ғына. Был яҡшы күренеш, тимәк, халыҡ власть эшенә, илдең киләсәгенә битараф ҡалмай. Ләкин партиялар ҙа исем өсөн генә ойошторолорға тейеш түгел, тине парламент рәйесе. Юҡһа , ике-өс кеше генә теркәлгән фирҡәләр Башҡортостанда күп. Уларҙың күптәрен хатта. халыҡ ҡына түгел, депутаттар ҙа белмәй.
Республикала 52 партияның төбәк бүлексәһе теркәлгән. Осрашыуға был юлы егерме беренең вәкилдәре килде. Уларҙың һәр береһе төрлө өлкәне яҡлап сығыш яһай. Шулай ҙа күп кенә мәсьәләләр, фекерҙәр уртаҡ. Йәғни, әүҙем эшләүсе партия үҙ фекерен властарға ишеттереү әмәлен таба. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу йәһәтенән күп партиялылыҡ файҙаға ғына.




