Бөгөн Республика Хөкүмәте йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Уларға Башҡортостан Башлығының Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө тармаҡ белгестәре - һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр, уҡытыусылар бар. Уларҙы Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный ҡотлап, -Төрлө тармаҡта эшләһәгеҙ ҙә, барығыҙҙы ла эшкә ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо, юғары профессионализм кеүек сифаттар берләштерә. Тап һеҙҙең тырышлығығыҙ йәш быуынды үҙ өлгөгөҙҙә тәрбиәләүҙә, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ республика үҫешенә булышлыҡ итә тип билдәләне. Дәүләт наградалары бөгөн биш тиҫтәләп хеҙмәткәргә тапшырылды.




