Баш ҡалала ҡыйыҡ ябыусылар конкурсы башланды

"ВорлдСкилс" эшсе һөнәрҙәр абруйын арттырыу хәрәкәте сиктәрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй һайлап алыу бәйгеһенә Өфөгә Хабаровскийҙан, Свердловск, Мәскәү, Новороссийск өлкәләренән, Татарстандан егеттәр йыйылды. Башҡортостан данын Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары яҡлай.

Фото №1 - Баш ҡалала ҡыйыҡ ябыусылар конкурсы башланды

Эксперттар ете команда араһынан бишәүһен һайлап ала, ҡыйыҡ ябыу буйынса иң оҫта тип табылыусылар Көньяк Сахалинға юлланасаҡ.

Бәйгелә ете ҡат үлсәп бер ҡат киҫеү кәрәк. Ауыл ерендә үҫкән егеттәр өсөн ҡыйыҡ ябыу әллә ни ят түгел. Ярышта республика данын яҡлаған Стәрлетамаҡ колледжы студенттарының береһе Ергәндән, икенсеһе Белорет яҡтарынан. Шулай ҙа яҡташтарыбыҙ бәйгегә айҙар буйы етди әҙерлек алып барған. Сөнки конкурста эште ваҡытҡа, сифатҡа ла ҡарап баһалайҙар.

Ауылдан килгән балаларҙы күберәк йәлеп итергә тырышабыҙ, улар оҫтараҡ. Бер ай буйына утыҙ студентты әҙерләнек, шул утыҙҙың араһынан икәүҙе һайлап алдыҡ.

Рәис Кинйәбулатов, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы

Бәйге талаптары буйынса егеттәр ике көн дауамында полимер материалынан ҡыйыҡ ябырға тейеш. Ҡатнашыусыларға ете сәғәт ваҡыт бирелә. Эш барышы, егеттәрҙең һәр хәрәкәте эксперттар күҙәтеүендә. Хатта, бер генә сөй яңылыш ҡатылһа ла, етешһеҙлек теркәп ҡуйыла. Был егеттәргә артабан да көнкүрештә лә эш ҡағиҙәләрен белеү өсөн мөһим.

Конкурс ике йыл элек, эшсе һөнәрҙәргә абруйҙы арттырыу маҡсатында индерелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйгелә алған практика сәнәғәттә лә ярҙам итә. Сөнки ҡыйыҡ ябыу һөнәренә махсус рәүештә бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар.

Ҡыйыҡ ябыу буйынса ете команда араһынан бишәүһе һайлап алына. Улар августа Көньяҡ Сахалинда уҙасаҡ милли чемпионатта Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Әммә бының өсөн егеттәргә улар алдына ҡуйылған юғары талаптарҙы үтәү кәрәк.

Бәйге ике көнгә иҫәпләнгән. Ҡатнашыусыларға майҙансыҡтарҙа эшләүҙә тыш, юғары уҡыу йорттарының төҙөлөш йүнәлеше буйынса белем биргән уҡытыусылары, шулай уҡ тармаҡ белгестәре менән аралашыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ