Афғанстанда, Вьетнам, Ангола, Тажикстанда интернациональ бурысын үтәп Чечен республикаһында террорға ҡаршы көрәштә Башҡортостандан ун меңдән ашыу егет ҡатнашҡан. Афғанстанда ғына 2 мең ярымдан ашыу хәрби төрлө йәрәхәттәр алған.
Бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы, уларҙың ғаиләләрен, инвалид булып ҡалған яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ти акцияны ойоштороусылар. Электроколяскалар ете ветеранға тапшырылды. Был бүләк тормошҡа тағы ла нығыраҡ яраҡлашыу мөмкинлеге бирәсәк, ти ветерандар.




