Башҡортостанда "Сәләмәтлек көндәре" акцияһы дауам итә

Бөгөн Өфөнөң Ленин исемендәге паркында ҡала халҡы һаулығын тикшертә алды. Шулай уҡ "Тәмәке урынына - алма", "Кардиолог менән маршрут" акциялары ойошторолдо.

Фото №1 - Башҡортостанда "Сәләмәтлек көндәре" акцияһы дауам итә

Уның сиктәрендә йөрәк-тамыр ауырыуҙарын иҫкәртеү маҡсатында, табиптар өсөн ғилми-ғәмәли конференциялар, күсмә һәм телемедицина семинарҙары үтте. Табиптар халыҡ менән осрашып файҙалы кәңәштәр бирҙе.

Был ваҡытта стресс ҙур, шуға ауырыуҙар ҙа күп. Беҙ бөгөн халыҡтың йөрәктәрен тикшерәбеҙ, төрлө кәңәш бирәбеҙ.

Ләйсән Аҙыева, табип

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ