Бөгөн мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә

Республикала 42 мең 600 үҫмер 9-сы, 18 меңе 11-се синыфты тамамлай. Республикала ике көнгә алкоголь һатыу ҙа тыйыла. Дәүләт сауҙа комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр, тап уҡыу йылы тамамланыу менән бәйле.

Фото №1 - Бөгөн мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә

Тыйыуҙар 2017 йылдан бирле ғәмәлдә, уны боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Вазифа биләүселәргә 40 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 300 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал.

Мәғариф министрлығы тәҡдиме буйынса "Һуңғы ҡыңғырау" 9-сы синыфтар өсөн 24 майҙа, 11-се синыфты тамамлаусылар өсөн 25 майҙа үткәрелә.

Мораҡ ауылының 1-се мәктәбендә лә һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. Быйыл ун беренсе синыфты 43, 9-сыны утыҙҙан ашыу уҡыусы тамамлай. Район буйынса быйылғы уҡыу йылында мәктәп менән 11-се синыфтан 161 уҡыусы хушлаша. Туғыҙынсылар иһә - 402 бала.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн киске концерт һәм дискотека ойошторола.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ