Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия- интернатында ла һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Быйыл белем усағында 11-се синыфты 36 уҡыусы тамамланы. ошо уңайҙан тантаналы линейка уҙҙы. Сығарылыш синыфы уҡыусыларын алда имтихандар көтә. Ә бөгөн мәктәп менән хушлашыу күркәм байрамға әйләнде.

Фото №1 - Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия- интернатында ла һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Сара сиктәрендә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар, уҡыу алдынғылары тәбрикләнде.

Был мәктәптә мин 5-се кластан алып уҡыйым. Хушлашыуы ҡыйын да, күңелле лә. Ете йыл эсендә һүрәт төшөрөргә генә түгел, хикәйәләр яҙырға ла өйрәттеләр. Быйыл мин Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсында “Халҡым киләсәге” номинацияһына лайыҡ булдым.

Нәркәс Баһауетдинова, сығарылыш синыфы уҡыусыһы

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ