Һуңғы ҡыңғырау мәктәп тормошонда иң сағыу һәм иң тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы мәктәбенең һуңғы ҡыңғырау тантанаһы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Сыңғыҙ мәктәбенең 9 класс уҡыусылары ла мәктәп менән хушлашыу тантанаһына шатлыҡ ҡатыш моңһоу хистәр менән йыйылды.Шатлыҡ, сөнки тормоштоң тәүге һынауы уңышлы үтелгән,моңһоу сөнки баласаҡ,мәктәп дуҫтары артта ҡала.Алда тағыла һикәлтәлерәк,ололарса тормош көтә.Быйылғы йылда был белем усағын 12 егет һәм ҡыҙ тамамлай.
Был сығарылыш Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә 27-сеһе.Уҡыуҙа һынатмаған,төрлө олимпиада еңеүселәре ,бейеү,йыр-моң,шиғыр оҫталары улар. Тырыш егет һәм ҡыҙҙар менән бер ҙә айырылғы килмәй тип белдерә мәктәп директоры.
Аҡ таҫмалар,алъяпҡыстар,таҡҡан ҡыҙҙҙарҙың ,йөҙҙәренә етдилек алған егеттәрҙең вальс өрөлөүҙәре, барыһы ла онотолмаҫ иҫтәлектәргә,ҡәҙерле хәтирәләр донъяһына илтте.




