Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районы уҡыусылары хәрби әҙерлек буйынса һынау тотто. Алкин ҡасабаһы эргәһендә хәрби йыйын үтте. Йәштәр Калашников автоматынан атты.
Хәрби кешенең һәр хәрәкәте алдан уйланылған һәм иҫәпләнгән булырға тейеш. Өфөнөң Орджоникидзе районы мәктәп уҡыусылары һәм колледждары студенттары хәрби әҙерлек буйынса һынау тота. Атыу алдынан бронежелет һәм каска кейеп, патрондар магазины алғас, окопка йүнәләләр.
Һынау тотоусыларҙы инструкторҙар өйрәтә. 100 метр тирәһе алыҫлыҡтағы сәпкә атып тейҙерергә кәрәк.
Алкин ҡасабаһы эргәһендәге яланда бөгөн Орджоникидзе районы мәктәптәрендә, лицей һәм колледждарында уҡыусы егеттәр йыйылды. Хәрби йыйылыш был йүнәлештәге белем алыуҙың һуңғы этабы. Артабан- әрме. Ә хәрби хеҙмәт темаһы ҡуҙғатылғанда көслө заттар үҙҙәре ике армияға бүленә - ил алдындағы бурысын үтәргә теләүселәр һәм унан баш тартыусылар.
Морат хыялын тормошҡа ашырыу өсөн кишер һыуы эсеп буйға үҫергә һәм күнекмәләр менән физик әҙерлеген нығытырға теләй. Һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән закондарға ярашлы, ысынлап та, хәрби бурысын үтәргә теләүселәр артҡан.
Алкин ҡасабаһы эргәһендәге атыу майҙанынан һуңғы көндәрҙә автомат тауышы тынмай. Сөнки һәр мәктәптән бында хәрби йыйындар үтә. Ә ҡоралдан атыу һәләтен йәштәргә ошондай күнекмәләрҙә һәм хәрби хеҙмәт ваҡытында ғына ҡулланырға тура килһен.




