Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лениза Ғәйнетдинованың юбилей кисәһе үтте

"Бер тән, бер йән итеп яратҡан" тип исемләнгән концерт программаһында уның ижадташ дуҫтары, яҡындары һәм ижадына ғашиҡ тамашасылар ҡатнашты. Милли театр сәнғәтенә дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен арнаған замандашыбыҙ хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лениза Ғәйнетдинованың юбилей кисәһе үтте

Өфө "Нур" татар дәүләт театрында 10 йыл самаһы эшләгән Лениза Ғәйнетдинова тамашасы һөйөүен яулаған сәхнә оҫтаһы. Ул уйнаған спектаклдәргә ваҡытында халыҡ ағылып тигәндәй йөрөй. Ә бөгөн ул тормош иптәше Символ Ғәйнетдинов менән бергә үҙ театр-студияһын ойоштороп театр сәнғәте серҙәрен балаларға өйрәтә.

Мин бик бәхетле. Бөгөнгө байрам өсөн ғаиләмә рәхмәт. Сәхнәлә мин 40 йылға яҡын.

Лениза Ғәйнетдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Юбилейға арналған тамаша ике бүлектән торҙо. Тәүгеһендә Лениза ханым яратып башҡарған йырҙарынан, спектаклдәренән өҙөк тәҡдим итһә, артабан ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Ғәйнетдиновтарҙың ҡыҙҙары ла шулай уҡ сәнғәт кешеһе, ул тәбрикләү һүҙҙәрен йыр аша әйтеп бирҙе.

ӘҘИЛӘ ГӘРӘЕВА

ЛЕНИЗА ҒӘЙНЕТДИНОВАНЫҢ ҠЫҘЫ

Лениза Ғәйнетдинова көн дә ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, һәр саҡ еренә еткереп башҡара. Тормош иптәше менән бергә етәкселек иткән "Символ" театр-студияһы шуларҙың береһе. Бер-нисә йыл эшләп килеүгә ҡарамаҫтан уңыштары етерлек.

Авторҙар: Азат Ғәлиуллин һәм Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ