Хәйриә концерты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында хәйриә концерты ойошторолдо. Бай концерт программаһы Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа 90 йәш тулыуға арналды. Был мәҙәни саранан йыйылған аҡса бөйөк башҡорт ҡурайсыһының тыуған ауылы Иҫке Яҡутта боронғо мәсетте тергеҙеүгә тотоноласаҡ.

Фото №1 - Хәйриә концерты

Яҡташтары бөтә донъяға билдәле ҡурайсы Ишмулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов хаҡында йылы һәм бай хәтирәләр һаҡлай. Ябай халыҡ араһынан, төпкөл ауылдан сыҡҡан Ишмулла Дилмөхәмәтов үҙенең башҡарыу оҫталығы менән донъя сәхнәләрен яулай. Башҡорт ҡурайын үҫтереүгә һәп пропагандалауға күп көс һала. Виртуоз ҡурайсыны белгән, уның менән тәүге аҙымдарын яһаған сәнғәт әһелдәре лә Ишмулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған хәйриә концертына килгән.

Бөтәбеҙ ҙә Ишмулла ағай артынан эйәреп йөрөй торғайныҡ. Уның менән бергә булһаң күренәһең, үҫәһең. Ғорурлана торғайныҡ.

Хәлит Фәтихов, Башҡортостандың халыҡ артисы

Сәхнәлә сығыш яһаусылар араһында төрлө быуын вәкилдәре. Уларҙың һәммәһе йөрәк түрендә бөйөк ҡурайсыға ихтирамын һәм хөрмәт тойғоларын йөрөтә. Үҫеп килегән йәш быуындың ата-бабалары юлын дауам итеүе икеләтә ҡыуаныслы.

Хәйриә концертынан йыйылған аҡсалар ауылда 150 йыл элек һалынған мәсетте яңыртыу өсөн тотоноласаҡ. Уны тергеҙеүҙе Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡын туғаны үҙ яуаплылығына алған.

Мәсеткә 106 йыл. Ул ҡарағастан эшләнгән, шуға серемәгән. Хәҙер яңынан ҡыйығын, манараһын эшләйбеҙ.

Риф Дилмөхәмәтов, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың туғаны

Мәсет тергеҙеү эштәре ай буйы дауам итәсәк. Күмәк көс менән яңыртылған иман йортон июнь аҙаҡтарында асыу күҙаллана.

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 90 йәшенә арналған хәйриә концертында 50 ашыу сәнғәт әһеле сығыш яһаны. Бөгөнгө концерттан йыйылған аҡса бөйөк ҡурайсының тыуған ауылында 1861 йылда төҙөлгән мәсетте тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк.

Башбат

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ