Республиканың 2000-дән ашыу студенты илдең төрлө төбәктәренә эшкә урынлашасаҡ. Башҡортостан студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестры башланды. Уны асыу тантанаһы "Ватан" этно-паркында уҙҙы.
Сарала йәйге юлламаларҙы тапшырыу һәм байрам концерты ойошторолдо. Республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттарға йәйге осорҙа балалар лагерҙарында, төҙөлөш объекттарында, ауыл хужалығы баҫыуҙарында һәм башҡа урындарҙа эшләү мөмкинлеге бар.




