Мәктәптә хәүефһеҙлек

Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 161-се лицей, баш ҡалала беренселәрҙән булып телефон аша хәүефһеҙлек агентлығы хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу өсөн махсуслаштырылған программаһын ҡуллана башланы.

Балаларҙың һаулығына йәки ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта уҡытыусы үҙенең кеҫә телефонындағы тревога төймәһенә баҫа. Сигнал "Волкодав" пультына, мәктәп директорына һәм һаҡ хеҙмәтенә бара. Был хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәренә шунда уҡ тейешле урынды табырға ярҙам итә.

Сигнал буйынса экипаждың мәктәпкә килеп етеү ваҡыты 3-5 минуттан артмай. Компанияла экипаждың етерлек булыуы ваҡытты мөмкин тиклем тиҙләтә.

Юрий Васильев, "Волкодав" компанияһы президенты

Яңы уҡыу йылында виртуаль хәүефһеҙлек төймәһе Дим биҫтәһенең бөтә белем усаҡтарында ла ҡуйыласаҡ. Тимәк, был 8500-ҙән ашыу уҡыусының һаулығы һәм ғүмере ышаныслы һаҡ аҫтында тигән һүҙ.

Программаның уңайлы һәм шул уҡ ваҡытта ябай булыуы бөтәһе өсөн дә ҡулай. Хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре килеп етһен өсөн ни бары кеҫә телефонындағы махсус битте асып, хәүефһеҙлек кнопкаһына ғына баҫаһың. Иң мөһиме, килеп тыуған хәлде тиҙ баһалап, юғалып ҡалмауың ғына шарт.

Автор: Гөлназ Манапова.