Өфөлә дүрт йылдан яңы стадион төҙөлөүө ихтимал

Башҡортостанда яңы стадион төҙөлөшөнә аҡса бар. Был хаҡта «Совет спорты» студияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Фото №1 - Өфөлә дүрт йылдан яңы стадион төҙөлөүө ихтимал

"Бөгөн «Нефтсе» стадионы беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Яңы стадион тураһында уйларға кәрәк".

"Ул 40, 30, 20 мең кешелек тә түгел, ә 15-17 мең кешене һыйҙырған стадион буласаҡ. Беҙгә елдән, ҡарҙан, һыуыҡтан һаҡланырға кәрәк. Билдәле булыуынса, скандинавия илдәрендә 3-4 млрд. һумлыҡ миҫалдар бар, ә был күләмдәге аҡса республикала бар. Был эште беҙ 3-4 йыл эсендә күтәреп сығырбыҙ", - тип белдерә Төбәк Башлығы.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ