Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Киров районында ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр. Эштәр көсөргәнешле режида башҡарыла. Өфөлә ямғыр төнө буйы һәм иртәнсәк яуҙы.

Фото №1 - Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы таҙартыу менән шөғөлләнә. Ямғырҙар өсөн тәғәйен махсус коллекторҙар һәм рәшәткәләр таҙартыла. Сөнки йыйылған сүп-сар был рәшәткәләрғә тығылыуы ихтимал.

Пугачев, Армавирская урамдарында,С. Юлаев проспектында ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәлә. Шулай уҡ белгестәр, һыу ташыуҙы булдырмау маҡсатында, күҙәтеү эше алып бара. Махсус техникалар һәм эшселәр ҡала урамдарында эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ