Өфөлә законһыҙ рәүештә ултырған гараждарҙы һүтеү эше дауам итә

Бөгөнгө көнгө гаражданрҙың бары тик 10% ғына маҡсатлы ҡулланыла. Ҡалғандары сүп-сар йыйыу урынына әүерелгән. Гараж хужаларына ер участкаларын бушатыуҙарын һорайҙар.

Хужаларға гараждарҙы тейәүҙә автокран менән ярҙам итәсәктәр. Был эштәр Өфө шоссеһы, Пионерҙар һәм Ҡулса урамдарында башҡарыласаҡ. Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, бушатылған ер участкалары артабан төҙөкләндереләсәк. Унда балалар йәки спорт майҙансыҡтары, йә иһә машиналар ҡуйыу урыны төҙөләсәк.

Тәү сиратта гараждан алынған урындарҙа өмә уҙасаҡ. Төҙөлөш һәм көнкүреш ҡалдыртары алынасаҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йылда дүрт дөйөм ҡала өмәһе ойошторола.

Фото: Интернет