31 майҙа хеҙмәт урындары йәрминкәһе ойошторола. Уны Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге үткәрә. Сараға һәр теләгән кеше саҡырыла.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төрлө өлкә хеҙмәт урындары-администратор, белгес, тәрбиәсе, инженер, курьер, шәфкәт туташы, ашнаҡсы һәм башҡа төрлө һөнәрҙәр тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ, компьютер диагностикаһын үтергә мөмкин буласаҡ.
Белгестәр бар һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Йәрминкә Ибраһимов бултвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт ундан ун икегә тиклем үтә.
Фото: Интернет




