Стәрлетамаҡта йәшәүсе 31 йәшлек ир танышын үлтереүҙә ғәйепләнә.Тикшереү эше дауам итә.
Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 24 майға ҡараған төндә 55 йәшлек йорт хужаһы өс танышы менән табын ҡора. Ике ир ҡайтып киткәс, ғәйепләнеүсе йорт хужаһына ташлана. Ул уны туҡмай һәм фатирҙы бикләп, ҡайтып китә.
Һөҙөмтәлә, фатир янып китә. Янғынды һүндергәндән һуң, тән йәрәхәттәре менән йорт хужаһының үле кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәптәре әле асыҡланмаған.
Фото: Интернет




