Татарстанда йәшәүсе ир Өфөлә ҡатынды көсләй һәм видеоны интернет селтәрендә тарата

Башҡалала Татарстанда йәшәүсе ирҙе бергә йәшәгән элекке ҡатынын көсләүҙә һәм көсләү барышы төшөрөлгөн видеоны интернет селтәрендә таратыу өсөн яуап тотасаҡ. Был хаҡта Өфөнөң Киров районы прокуратураһы хәбәр итә.

Уҙған йылдың апрель айындабер нисә тапҡыр хөкөм ителгән ир ҡыҙғаныу сәбәпле үҙененң бергә йәшәгән элекке танышын көсләй. Ул иҫерек килеш ҡатындан мыҫҡыл итә. Был ваҡиғаны ир телефонының камераһына төшөрөп бара. Көсләүҙән һуң, ул ҡатынды Ҡазанға урлап алып китә. Артабан порнографик видеоны Интернет селтәренә һала.

Ир үҙ ғәйебен таный. Уны алты йыл иректән мәхрүм итеү ҡаралған.