Өфө суд приставтары башҡалала йәшәүсенең ялыуы буйынса тикшереү башҡара. Мөрәжәғәт итеүсе һүҙҙәренсә, уғамикрозайм буйынса йыйылған дүрт мең һум күләмендәге бурысты түләүҙәрен һорап, коллекторҙар шылтырата. Приставтар асыҡланыуынса, «Инкас Коллект» компанияһы законһыҙ рәүештә, лицензияһыҙ, эшләй.
Приставтар протокол тултырып, фирма теркәлгән Чебоксар ҡалаһында ебәрәләр. Суд ойошмаға ике йөҙ мең һум күләмендә штраф һала.




