Башҡортостанда алимент буйынса 130 мең һум күләмендә бурысы йыйылған ирҙе эҙләйҙәр

Суд приставтары бурысы булған Сергей Ильясовты эҙләй. Ир улына ҡарата алимент түләмәгән.

Фото №1 - Башҡортостанда алимент буйынса 130 мең һум күләмендә бурысы йыйылған ирҙе эҙләйҙәр

Республика буйынса Федераль суд приставтары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ирҙең улына ҡарата алимент бурысы йыйылған. Сумма 130 мең һумдан ашып китә. Бурыслы теркәү урыны буйынса йәшәмәй, шулай уҡ, телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәй.

Әлеге ваҡытта уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Әгәрҙә һеҙ бурыслы тураһында мәғлүмәт белһәгеҙ, (8347)2735640 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ