Башҡортостанда йәшәүсе ҡарағай ағасын ҡырҡҡаны өсөн яуап бирәсәк

Белоретта 53 йәшлек ир законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡаны өсөн яуап бирәсәк. Ул бер ҡарағай ағасын йыға.

Прокуратуранан хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың февраль айында ғәйепләнеүсе урманға бара. Ул унда бер ҡарағай ағасын ҡырҡа. Шуның менән ир тәбиғәткә ун ике мең һумдан ашыу зыян килтерә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Ул килтерелгән зыян күләмен ҡаплай. Енәйәт эшен судҡа тапшырылған.

Фото: Интернет