Прокуратура аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең хоҡуҡтарын яҡланы. Улар бушлай балалар аҙығы алыуға хоҡуҡлы. Тик Балалар һәм диетик аҙыҡ үҙәге ғаиләне бушлай тәьмин итеүҙән баш тарта.
Законға ярашлы, өс йәшкәсә балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр бушлай балалар аҙығы менән тәьмин ителергә тейеш. Тик тейешле үҙәк балаға бушлай һөт аҙыҡтары бирмәй. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр ҡала советы ҡарарына һылтаналар һәм бушлай аҙыҡ йәш ярымға тиклемге балалар өсөн генә ҡаралған, тип белдерә.
Законға ярашлы, өс йәшкә тиклем балалар бушлай аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителергә хоҡуҡлы. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаға тейешле аҙыҡ бирергә ҡуша. Суд ыңғай ҡарар сығара.




