Роснефть республикала профессиональ спортты үҫтереүгә аҡса бүлеүен дауам итә

Санкт-Петербурта Башҡортостан менән нефть корпорацияһы араһында социаль программаларҙы финанслау тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Рөстәм Хәмитов менән Роснефттең башҡарма директоры Игорь Сечин имзаланы.

Фото №1 - Роснефть республикала профессиональ спортты үҫтереүгә аҡса бүлеүен дауам итә

Ул 2017 йыл башынан ғәмәлгә ингән килешеүҙе тулыландыра. Документта республиканың социаль инфраструктураһын, шулай уҡ "Башнефть" компанияһының производство эшмәкәрлеге райондарында спорт объекттарын үҫтереүҙә берлектә эш итеү күҙаллана.

Игорь Сечин менән төбәк башлығы шулай уҡ Башҡортостанда тормошҡа ашырылған нефть химияһын эшкәртеү өлкәһендә өҫтөнлөклө проекттар һәм киләсәк пландар тураһында әңгәмә ҡорҙо. Сәнәғәттә "Башнефть - Өфөнефтехим» биологик таҙартыу ҡоролмалары комплексын эксплуатациялау һәм 10 мең квадрат мтер майҙан биләгән "Туймазы-Арена" спорт комплексы төҙөлөшөн тамамлау республиканың Роснефть менән уңышлы хеҙмәттәшлегенең сағыу миҫалдары булып тора.

Рөстәм Хәмитов: Был килешеү әлеге ситуацияны нығыта. Муниципалитеттарға һәм спортҡа ярҙам күрһәтеләсәк.

Төньяҡ баш ҡалала Башҡортостан делегацияһы ағзаларының инвесторҙар менән осрашыуҙары дауам итә. Көндөң тәүге яртыһында Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ТЕХНОНИКОЛЬ компанияһы хужалары менән төҙөлөш ташы карьеры проектын эшләү өлкәһендә инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Проектҡа инвестициялар 200 миллион һум тәшкил итәсәк. Социаль эффект тиҫтәләрсә яңы эш урындары булдырыуҙа сағыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ