Республикала технологик үҫеш буйынса "Ағиҙел" төбәк агентлығы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бындай мөмкинлекте Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Рөстәм Хәмитов менән федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Вадим Куликов ҡараны.
Осрашыуҙа һүҙ төбәктә инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында барҙы. Атап әйткәндә, алдағы йыл ярым - ике йыл эсендә Башҡортсоан машиналар эшләү өлкәһенә 3 миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп итеү күҙаллана.




