Тәүге сертификаттарҙы бөгөн республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында тапшырҙылар. Белгестәр фекеренсә, программа ярҙамында йыл аҙағына тиклем республикаға 60 медицина хеҙмәткәре һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһы ҡайтарыласаҡ. Күҙалланыуынса, был аҙым белгестәргә булған ҡытлыҡ мәсьәләһен дә бер аҙ хәл итергә ярҙам итәсәк.
Программала ҡатнашыусы сертификаты күсеп ҡайтыусыларға ябайлаштырылған ысул менән гражданлыҡ алырға, документтар юлларға, аттестацияны кире үтергә, сит илдә алынған дипломдарҙы иҫбатларға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ финанс ярҙамға мохтаждарға федераль бюджет иҫәбенән 20 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Матди ярҙамды ғаилә ағзалары ла аласаҡ.




