Хеҙмәт семестры

Башҡорт дәүләт аграр университетының студент төҙөлөш отрядтары республика хужалыҡтарына оҙатылды. Унда йәштәр баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ, малсылыҡ өлкәһендә лә эшләйәсәк.

Фото №1 - Хеҙмәт семестры

Комбайн төҙөлөшөн студенттар кеше анатомияһын өйрәнгән кеүек тикшерә. Һәр шөрөптөң үҙ урыны. Бигерәк тә заманса ауыл хужалығы техникаһында. Юғары кимәлдәге белгес әҙерләү өсөн барлыҡ яңылыҡтарҙы ла ваҡытында үҙләштереү мөһим. Башҡорт дәүләт аграр университетында был мәсьәләгә етди иғтибар бүленә. Йәштәр техника төҙөлөшөн өйрәнеп кенә ҡалмай, уның менән идара итеү һәләтен камиллаштыра, руль артына ултырыу хоҡуғы биргән документтар менән тәьмин ителә.

Ауыл хужалығы машиналары өсөн юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнәләр. Теорияны өйрәнгәс практикаға сығалар. Ике аҙна дауамында барған практиканан һуң имтихан тапшырғас ҡына студенттар эшкә сыға.

Фаил Ғәлләмов, юл, төҙөлөш, коммуналь һәм ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире

Заманса синыфтарҙа белем үҙләштергән йәштәрҙе, уҡыу йылы аҙағында хеҙмәт семестры көтә. "Башаҡ" студент төҙөлөш отрядының даны республикала ғына түгел, тотош Рәсәйгә таралған. Башҡортостан йәштәрен Ҡырым, Тататарстан Республикалары, Воронеж һәм Ярославль өлкәләре баҫыуҙарында көтәләр.

Башҡортостанда ғына түгел, Воронеж, Мәскәү, Ярослав өлкәләрендә, Краснодар крайында, Татарстанда, Сочи, Ҡырымда буласаҡбыҙ. Ауыл хужалығы менән бәйле барлыҡ эште башҡарабыҙ. Беҙ эшләгән урындан яңы эш урындарына беҙҙе тәҡдим итәләр. Тәү сиратта эш шарттарын ҡарайбыҙ, сөнки беҙ разнорабочий түгел, студенттар үҙ белемдәрен камиллаштырырға тейеш.

Азат Шәрәфетдинов, "Башаҡ" студент төҙөлөш отряды штабы етәксеһе

Башҡорт дәүләт аграр университетының 3-сө курс студенты Нәғим Шәрипов "Башаҡ" отрядында икенсе хеҙмәт семестрын уҙғара. Тиҫтерҙәре менән берлектә ул быйыл Күгәрсен районының "Тәүәкән" ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында эшләйәсәк.

Тәүәкәндә беҙ комбайнда баҫыуҙа эшләйәсәкбеҙ. Барғас та уларҙы башынан аҙағынаса ҡарап сығасаҡбыҙ, баҫыуға тулыһынса эшлекле машинала ғына сығырға ярай.

Нәғим Шәрипов, Башҡорт дәүләт аграр университетының 3-сө курс студенты
Башбат

Юғары технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Шуға ла һәр белгестең юғары кимәлдә әҙерлек үтеүе мөһим. Был йәһәттән аудиторияларҙа алынған белем, хеҙмәт урынында ла нығытылырға тейеш. "Башаҡ" йәштәргә эш тәжрибәһе, тимәк даими үҙгәреп торған заман менән бергә атлау мөмкинлеге лә бирә,- ти Башҡорт Дәүләт аграр университеты уҡытыусылары.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ