Ауыл хужалығы техникаһын йөрөтөү буйынса белем алыусылар республика олимпиадаһына йыйылды. Мишкә районы үҙәгендә, агроколледж базаһында ойошторолған конкурсҡа килгән егеттәрҙең күптәренә бер-нисә көнгә сәсеү эштәрен ҡалдырып торорға тура киләсәк. Әммә олимпиадала алаған тәьҫораттар ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ. Был олимпиада ауыл хужалығы техникумы студенттары араһында иң яҡшы механизаторҙы асыҡлаясаҡ.
Был техниканы йөрөтөүсе егеттәргә талап ҡаты. Улар ниндәй генә һауа шарттарында ла юғалып ҡалмаҫҡа, алдына ҡуйылған мәсьәләне хатаһыҙ үтәргә тейеш. Бишәр метр арауыҡта торған конустарҙы ауҙармай йылан элементын башҡарырға кәрәк. Был студенттар өсөн иң ауыр мәсьәлә. Махсус кейемдәр кейгән,белем һәм бер ни тиклем тәжрибәһе булған егеттәр ҙә олимпиада барышында ҡаушап төшә. Әбйәлил районы Дим Алсынбаев һөнәри ярышҡа йыл һайын килергә тырыша.
Ә был майҙанда курсанттар алдында тағы ла ҡатмарлыраҡ мәсьәләләр ҡуйыла. Үҙйөрөшлө машинаны прицеп тағып агрегатлау һәм артҡы тиҙлектә боксҡа индереү.
Олимпиаданың өсөнсө этабы баҫыуҙа үтә. Һәр механизатор үҙенә бүленгән майҙанды башҡа конкуренттарынан да шәберәк һәм сифатлыраҡ һөрөргә тейеш ине.
Олимпиада еңеүсеһе бөтә этаптарҙың һөҙөмтәләренән сығып, билдәләнә. Һөнәри оҫталығын күрһәткән егеттәр республиканың төрлө төбәктәренә сәсеү кампанияһында ҡатнашырға ашығасаҡ.
Һөнәри конкурстар профессионал оҫталыҡты камиллаштырыуҙан тыш, алдынғы ысулдар һәм хеҙмәт алымдары менән таныштыра, механизатор һөнәренең абруйын күтәрергә лә булышлыҡ итә.




