Башҡортостандың 43 меңгә яҡын 9-сы, 18 мең 11-се синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты ла өс йөҙгә яҡын уҡыусыһын оло тормош юлына сығара. Ошо уңайҙан белем усағында ҙур концерт-программаһы әҙерләнгәйне. Тамаша тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Өс-дүрт йыл бер ғаилә кеүек йәшәгән ҡыҙҙарға интернат икенсе йортҡа әйләнгән, улар бер-береһен апай-һеңлеләре кеүек яҡын күрә. Ә тәрбиәселәре ата-әсә наҙын бирергә тырыша. Ни тиһәң дә, тыуған яҡтарға ҡайтып йөрөү йыш тәтемәй. Хәҙер инде интернатта бер-береһенә өйрәнгәс, тағы ла айырылышыу... Башта ҡыйын булыр, ти ҡыҙҙар. Шуға ла ун беренсене тамамлыусылар йыш осрашып йөрөргә һүҙ ҡуйышты.
Быйыл белем усағын республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 151 туғыҙынсы, 149 ун беренсе синыф уҡыусылары тамамлай. Уларҙың бөгөнгө шатлыҡлы ла, һағышлы ла тантанаһын уртаҡлашырға яҡын туғандары килде.
Тантаналы линейкала ун беренселәр яратҡан гимназияһына, белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларына рәхмәттәрен йыр-бейеү, шиғыр һүҙҙәре менән еткерҙе. Оло тормош юлына аяҡ баҫыусы йәштәргә уҡытыусылары ҙур өмөттәр бағлай.Үҫмерҙәрҙең күптәре буласаҡ һөнәрен һайлаған да инде.
Сығарылыш синыф уҡыусыларына абруйлы шәхестәр, ғалимдар, уҡытыусылар изге теләктәрен еткереп, аҡ юл теләне. Тамашаны артабан йәшлек дәрте ташып торған ҡыҙҙар-егеттәр вальсы дауам итте.
11 синыф уҡыусылары өсөн "һуңғы ҡыңғырау" Өфөнөң 35-се мәктәбендә лә яңғыраны. Быйыл белем усағын 77 уҡыусы тамамлай, уларҙың һигеҙе миҙалға дәғүә итә. Байрам алдынан синыф етәкселәре ун берҙәргә аҙаҡҡы класс сәғәтен үткәрҙе.
Хәҙер ҡыҙҙар-егеттәрҙе алда иң яуаплы һынауҙарҙың береһе -берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу тора.




