Бөгөн туғыҙынсы синыф уҡыусылары сит телдәрҙән һынау тотто

Дүшәмбенән 11-се синыфты тамамлаусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары башлана. Тәге һынау география һәм Информатика фәндәренән. Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл имтихандар технологик рәүештә тапшырыла. Йәғни барлыҡ яҙма материалдар уҡыусыларҙың күҙе алдында синыфта махсус притерҙар баҫтырыласаҡ.

Имтихан һөҙөмтәләрен эшкәртеү ҙә шулай уҡ һынау тапшырыу пунктында уҡыусыларҙың күҙ алдында башҡарыласаҡ. Синыфтар 100 процентҡа видеокүҙәтеү ҡоролмалдары менән йыһазландырылған. Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, республика Берҙәм Дәүләт имтихандары үткәреүгә тулыһынса әҙер.

Быйыл уҡыусылар имтихандарҙы технологик рәүештә тапшыра. Барлыҡ имтихан материалдары балалар күҙҙәре алдында буласаҡ. Быйыл бөтә имтихан тапшырыу пункттары видео күҙәтеү менән тәьмин ителгән, беҙ уларҙы ҡараясаҡбыҙ.

Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф министры

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.