Әбйәлил районында ата-әсәләр комитеты төҙөлдө

Уның ағзалары белем усаҡтары етәкселәре менән берлектә, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы пропагандалау, балаларҙы милли йолалар, бай тарихыбыҙ нигеҙендә тәрбиәләү менән шөғөлләнәсәк.

Фото №1 - Әбйәлил районында ата-әсәләр комитеты төҙөлдө

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ата-әсәләр комиссияһы ағзалары ҡатнашлығында үткән осрашыуға һәр ауылдан рухлы һәм әүҙем эшләп килгән өлкәндәр саҡырылды. Баш ҡала ҡунаҡтары үҙ сығыштарында ата-әсәләр комитетын ойоштороу маҡсаты, уның ниндәй юҫыҡта эшмәкәрлек алып барасағы менән таныштырҙы, бөгөнгө шарттарҙа тыуған телде өйрәнеү һәм уны һаҡлап алып ҡалыу мөһимлеген билдәләне.

Кәңәшмәлә шулай уҡ урындағы ата-әсәләр комитетының рәйесе һәм ярҙамсылары һайланды. Ошондай уҡ осрашыуҙар республиканың башҡа төбәктәрендә лә ойоштороласаҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был комитеттар менән әүҙем эште дауам итер. Матур саралар ойоштороп, балаларға телдең мөһимлеген, ошо ерҙең төп хужалары беҙ, тип белдертеү өҫтөндә артабан да һөҙөмтәле эшләрбеҙ.

Рөстәм Баянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты рәйесе

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ