Күптән түгел ойошма ағзалары Рәсәй буйынса үткән "100 изге эш" акцияһына ҡушылып, Түбә ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда йәшәүселәр менән осрашты.
Егет-ҡыҙҙар өлкән йәштәгеләр алдында бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны, уларға күңелле ял минуттары бүләк итте. Үҙҙәре әҙерләнгән күстәнәстәр менән дә шатландырҙы. Гуманитар ярҙам 4-се лицей коллективы көсө менән тупланған.
Түбә ауылының ҡарттар йортонда хәҙерге көндә 50 кеше йәшәй. Барлыҡ уңайлыҡтары булған, таҙа, яҡты учреждениела өлкәндәр үҙ-ара татыу көн итә. Яратҡан шөғөлдәре менән мауыға, кемдер баҫмаларға мәҡәләләр яҙһа, икенселәре күҙ яуын алырлыҡ гөлдәр үҫтерә. Иң мөһиме, был кешеләр ғүмер көҙөндә яңғыҙ түгел. Ирекмәндәр ойошторған акция ла ошоно иҫбатланы.




